Творчество гимназистов
Беҙҙең уҙыр юлдарға маяҡ булып ҡалды ул!
Написал в 22 февраля 2019, 13:45
Әбйәлил районының армыт-армыт булып һуҙылған ҡая ташлы Ҡырҡты тауы итәгендә урынлашҡан Күсем ауылында 1909 йылдың 14 февралендә халҡыбыҙҙың данлы улы Таһир Тайып улы Күсимов донъяға килә. Бөйөк яҡташыбыҙ тураһында данлыҡлы осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев үҙенең бер очеркында былай тип яҙа: «Таһир Тайып улы Күсимовты осратҡан һайын, һоҡланып, уйҙарға сумам: хас та бала саҡта ишеткән әкиәттәге Урал батыр инде! Оҙон буйлы, тығыҙ, мөһабәт кәүҙәле, ҡояшта янған тәне, ҡарҙай ағарған сал сәстәре. Ә күҙҙәрендә һәр ваҡыт шаянлыҡ сатҡылары боҫҡан кеүек…
Күсимов нимәһе менәндер кинофильмда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевты уйнаған халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковты хәтерләтә. Әгәр Таһир Тайып улына иртәрәк тыуырға насип булһа, тап Салауат булыр ине…»
Яңыраҡ республикабыҙ генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың 110 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Беҙҙә лә үтте тантана.
Гимназиябыҙ 1994 йылдан алып бөйөк баһадирыбыҙҙың исемен лайыҡлы рәүештә йөрөтә, тип әйтә алам. Беҙ, йәш күсимовсылар, уҡыу йылы башынан төплө әҙерлек башланыҡ. Ул проект «Герой эҙҙәре буйлап» тип атала.
Йолабыҙ буйынса, 14 февралдә Гимназия көнөн билдәләнек. Иң яҡшы уҡыусыға Таһир Күсимов премияһы бирелде. Уны IX синыф уҡыусыһы Нәркәс Баймырҙина алды.
Республика кимәлендә «Күсимов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы, кабинет – музей, интернет-викторина, Күсимов энциклопедияһы булдырыу, тыуған ауылындағы музейына экскурсиялар ойоштороу – барыһы ла проектта планлаштырылғайны.
Беҙҙең тыныс тормош өсөн йәнен аямай көрәшкән баһадирыбыҙҙың исеме онотолмай. Уның менән ғорурланабыҙ.
Ләйлә ИШБАЕВА, Таһир Күсимов исемендәге гимназияның президенты.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.
Үҙебеҙҙең Иҙел ағай
Написал в 8 июня 2018, 14:12
Әбйәлил районы Асҡар ауылында «Йыл уҡыусыһы – 2018» конкурсы үткәрелде. Бәйгелә иң шәп, әүҙем, белемле уҡыусылар көс һынашты. Ул төрлө этаптарҙан торҙо: портфолио, таныштырыу, «Әбйәлил – тыуған яғым» темаһына проект, музыкаль номер. Ошо бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтергә кәрәк ине. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Ә Гран-приға Таһир Күсимов исемендәге гимназияның XI «А» синыфы уҡыусыһы Иҙел Хәкимов лайыҡ булды.
Ул ошо бәйге тураһында бына нимәләр һөйләне:
– Мин быйылғы уҡыу йылында «Тормош һабаҡтары» фәне буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, призёр булғас, әлбиттә, был ярыш еңел һымаҡ ине. Проект эшемдең темаһы: «Әбйәлил районында этнотуризм», сөнки мин тыуған еремдең тарихы, мәҙәниәте менән ныҡ ҡыҙыҡһынам. Визиткам «Үҙеңдең эҙеңде ҡалдыр» тип аталды. Оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙем. «Йәшлек», «Сулпан» бейеү ансамблдәре солисы булараҡ, тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Бәйгелә ҡатнашыусылар бөтәһе лә көслө, сәмле ине. Туған телемде, еремде, мәҙәниәтемде, тарихымды яҡшы белеү миңә көс, дәрт бирҙе һәм еңеүгә алып килде, тип уйлайым.
Ҡатнашыусылар бөтәһе лә ныҡлы әҙерләнгәйне. Миңә бәйге оҡшаны, үҙем өсөн күп нәмә алдым.
Әйткәндәй, Иҙел ағай – беҙҙең гимназияның иң әүҙем уҡыусыһы, йондоҙо, тип әйтергә була. Ул шул тиклем итәғәтле, әҙәпле, һәр ваҡыт йылмайып, матур итеп һөйләшә. Иң мөһиме – башҡорт рухы көслө унда. Аҡ юл, һиңә Иҙел ағай! Хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА.
Театр – тамашалы һабаҡ ул
Написал в 19 июня 2018, 13:16
Яңыраҡ ҡына беҙҙең Асҡар ауылына Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Ҡорос» халыҡ театры Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектаклен алып килде. Мин бындай шәп пьесаны ҡарағаным юҡ ине. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем һәм ауыр һуғыш осорондағы йәш егет-ҡыҙҙарҙың тормошо, хеҙмәте, саф мөхәббәт тураһында был фәһемле тамаша. Ул һабаҡ та бирҙе, уйландырҙы, моңландырҙы ла. Нимәһе ҡыуаныслы, был спектаклдә беҙҙең элекке сығарылыш синыф уҡыусылары – Инсаф Хужабиргәнов, Фәдис Иҙрисов, Алёна Дятловалар ҙа уйнаны. Таһир Күсимов исемендәге гимназияла уҡығанда ла улар уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы шәп ағай-апайҙар ине. Башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөгән студенттар менән ғорурланып та, һоҡланып та ҡарап ултырҙыҡ. Профессиональ театр артистары кеүек оҫта, мөкиббән китеп уйнанылар.
Тамашасылар туйғансы көлөп, ҡыҙғаныс урындарҙа күҙ йәштәрен тыя алмай ҡараны.
Төп ролде башҡарыусы Фәдис ағай Иҙрисов менән әңгәмәләшкәндә:
– Был спектакль менән үҙемдең тыуған Асҡар ауылыма ҡайтырға күптән хыялым бар ине. Ниһайәт, был уйым тормошҡа ашты. Беҙ гастролдәр менән Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондарында булдыҡ. Һәр ваҡыт сәхнәгә сығыр алдынан ныҡ тулҡынландыра, бигерәк тә Асҡарҙа уйнағанда, сөнки атай-әсәйҙәр, туғандарың, уҡытыусылар алдында сығыш яһау үтә лә яуаплы. Әлбиттә, беҙ әле студенттар ғына. Гастролдәргә сығып, тамашасыларға рухи байлыҡ өләшеүгә мөмкинлек биргән, бөтә шарттар тыуҙырған остаздарыбыҙ бар: «Ҡорос» халыҡ театры етәксеһе Илнур Флүр улы Лоҡманов, ректорыбыҙ Раил Мирвай улы Әсәҙуллин, башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова. Уларға ҙур рәхмәт! – тине.
Әбйәлилдә улар спектакль ғына ҡуйып ҡалманы, ә өлкән синыф уҡыусылары араһында һөнәр һайлау буйынса аңлатыу эше лә алып барҙы. Үҙҙәре уҡыған уҡыу йорто тураһында һөйләп, күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Бына шундай шәп башҡорт ағай-апайҙарыбыҙ бар беҙҙең! Күп кенә йәштәр интернетта ултырғанда, киске клубтарҙа күңел асҡанда улар кешеләргә шатлыҡ-ҡыуаныс, тамашалы һабаҡ, тормош мәктәбе бирә. Үҙҙәренә ижади уңыштар, юғары үрҙәр һәм сессияларын яҡшы биреүҙәрен теләйбеҙ, театрығыҙҙың исеменә есеме тап килеп торһон!
Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА.
Әбйәлил районы.
Сәскәләр – тәбиғәт биҙәге
«Йэншишмэ» 28 апреля 2018г.
Яҙ үҙ көсөнә тулыһынса эйә булды, тиһәң дә була хәҙер. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра. Бөтә донъя тәбиғәттең яҙғы байрам шатлығы эсендә йөҙә. Ерҙе йәшел үләндәр ҡаплаған, оҙаҡламай аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултырасаҡ. Күбәләктәрҙең ниндәйе генә юҡ!
Ә һеҙ үлән, сәскәләрҙең шифаһы тураһында беләһегеҙме? Эйе, улар тәбиғәт биҙәге генә түгел… Бәпембәнән, мәҫәлән, бал эшләргә була, ҡайнатып һутын эсһәң дә шифаһы тейә. Аҡ сәскәнең файҙаһы бигерәк күп, шәп үҫһен өсөн ҡыҙҙар уның төнәтмәһе менән сәстәрен йыуа.
Мин бәпембә сәскәһен яратам. Ул баҡсабыҙҙа ла үҫә. Өләсәйем менән йыйып бал эшләнек. Тәбиғәтебеҙ бүләк иткән һәр сәскәнең, үләндең файҙаһын әйтеп бөтөргөһөҙ. Шуға ҡәҙерҙәрен беләйек.
Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Яңы исемдәр асыла
«Йэншишиэ» от 10 января 2018,
Яңыраҡ Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла «Таланттар – 2017» конкурсы уҙғарылды. Ул үҙе бер ҙур тамашаға әүерелде, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Һәләттәре менән балҡып торған, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратҡандар бихисап ине. Финалға үтеүсе ҡыҙҙар, малайҙар сағыу номерҙар күрһәтте, тамашасыларҙы ныҡ һөйөндөрҙө.
Кескәйҙәрҙе бейергә Айгөл Нафиҡова өйрәтһә, халыҡ бейеүҙәрен – Лилиә Хәлилова, заманса хип-хопты – Даян Баймөхәмәтов.
Йырсылар бик күп булды. Ағалы-ҡустылы Азамат һәм Айбулат Амурзиндар, Әҙилә Нафиҡова, Ләйлә Ноғоманова, Иҙел Шәғивәлиевтәр дәртле, моңло йырҙары менән кәйефте күтәрҙе, концертты тулыландырҙы.
Был конкурс гимназиябыҙҙа йыл һайын ойошторола, яңынан-яңы исемдәр асыла.
Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы.
Йэншишмэ 02.02.18 №5
Йэншишмэ 02.02.18 №5
Йэншишмэ 04.03.16 №9
Йэншишмэ 09.08.13 №63-64
Йэншишмэ 15.01.16 №2
Йэншишмэ 15.01.2016 №2
Йэншишмэ 26.02.16 №8