Главная » 2016 » Апрель » 25 » Башҡортса диктант яҙ ҙа, белемеңде тикшер!
14:21
Башҡортса диктант яҙ ҙа, белемеңде тикшер!

 

 23 апрель Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты «Башҡортса диктант яҙ ҙа, белемеңде тикшер!» девизы аҫтында башҡорт теленән региональ диктант ойошторҙо.  Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 23 апрелдә сәғәт 10-да БДУ-ның төп корпусында  һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдарында, республиканың юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа ойошторолдо.  Ә башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр, БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтына инеп, диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, йәғни онлайн рәүештә яҙа алалар ине.

  Бындай яҙма һынау былтыр тәүгә үткәрелгәне һымаҡ, йылына бер тапҡыр, бөтә ерҙә лә бер үк көндә уҙҙы. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романынан алынған бер үк текст тәҡдим ителде. Тексты Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡыны.

Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция. Унда теләгән һәр кеше ҡатнашып, үҙенең белемен тикшерә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡатнашыусыға үҙенең ысын исем-шәрифтәрен яҙыу мотлаҡ түгел ине.

Асҡар ауылы Таһир Кусимов исемендәге гимназия ла был акцияға әүҙем ҡушылды. Бөтәһе 53 кеше тәҡдим ителгән диктантты яҙып ҡаранылар .Улар араһында төрлө кластарҙан уҡыусылар, директор урынбаҫарҙары, инглиз, урыҫ теле, математика, физика, башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасы, сәркәтип, район мәғариф бүлегенән, ата-әсәләр булдылар. Телебеҙгә, белемгә битараф булмағандар, рухлылар  үҙ көстәрен һынаны.

 Дөйөм алғанда,  диктанттың һөҙөмтәләре насар тип әйтеп булмай. Беҙгә инде һөҙөмтәләрҙе башҡа төбәктәр менән сағыштырып ҡараға һәм һығымталар яһарға ҡала.

Диктант яҙғанда үҙе күрһәткән псевдоним йәки серле һүҙе буйынса БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтынан һөҙөмтәләрҙе ҡарарға була.

  Төп башҡорт райондарының береһе булараҡ был акцияға башҡа ойошмалар ҙа ҡушылһа бик яҡшы булыр ине!

Просмотров: 730 | Добавил: gimn | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Наши контакты
Республика Башкортостан
453620, Абзелиловский район
с.Аскарово, ул.Пионерская,21



+7 34772-2-24-47 +7 34772-2-23-30 abroo06@yandex.ru
Как проехать