Главная » 2017 » Октябрь » 9 » Халҡымдың ғорурлығы
08:48
Халҡымдың ғорурлығы

                                         Халҡымдың ғорурлығы

Таһир Кусимов... Халҡымдың ғорурлығы, Әбйәлилебеҙҙең йөҙөк ҡашы-Таһир Кусимов. Легендар һәм бөйөк шәхесебеҙҙең исеме һәр гимназиста һоҡланыу һәм ғорурлыҡ хисе уята. Уның рухы беҙҙең күнелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Был шәхес тураһында йыл һайын конференциялар уҙғарабыҙ, Рамаҙан Өмөтбаевтың " Генерал Кусимов " китабын ҡат-ҡат уҡыйбыҙ һәм һәр саҡ үҙебеҙгә яңылыҡтар табабыҙ.

Мин сәнғәт өлкәһен ентекләп ҡарап сыҡтым, Кусимов тураһында ижад иткән рәссамдарҙың, композиторҙарҙың ижади эштәре менән ҡыҙыҡһындым.

Сәнғәт өлкәһенә килгәндә , Рәшит Нурмөхәмәтовтың Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Кусимовтың портреты ҙур әһәмиәткә эйә. Рәссам уны 1973 йылда эшләй. Кусимов хәрби кейемдә, күкрәгендә хәрби йондоҙо, ҡулында ҡылысы. Әйткәндәй, был ҡылыс уның тыуған ауылындағы музейҙа һаҡлана. 1973 йыл булғас, тимәк уға 64 йәш була. Ул һаман да йәш сағындағы кеүек бөркөт ҡарашлы, бәлки, ул үткән тормош юлын иҫләйҙер. Был ҡ араштан Еңеүҙе лә тыуған яҡты,туғандарын һағыныуҙы ла аңларға була. Портретҡа ҡарау менән Кусимовтың батыр, ҡыйыу кеше икәнен күрәбеҙ.

Һәр көн һайын беҙҙе,гимназистарҙы генерал Таһир Тайып улының һыбай килеш һүрәтләнгән картинаһы күрәбеҙ. "Бына танктарҙа бирешмәгәнде, һеҙ ,уҡыусылар маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, һәр эштә лә яуаплы булығыҙ",- тип әйткән кеүек. Ринат Атауллиндың һүрәтендә лә дәһшәтле һуғыштың әле тынмауын күрәбеҙ.

Был картинала Шайморатов генерал менән, хатта аттар ҙа ҡаты һуғышҡа әҙер."Ир-ҡанаты-ат",-тигәндәй Таһир Тайып улы ла ат яратҡан, тиҙ генә малды эйәлештергән. Ат яратҡан кешене халҡыбыҙ былай ҙа ат йөрәкле, кешелекле тип баһалай.

Яҡташыбыҙ Ринат Атауллиндың Күсем ауылындағы музейҙа башҡорт атлы дивизия яугирҙарының Днепрҙы аша сығыуын сағылдырыусы диорама ла ижад иткән. Әйткәндәй, был музейға килгән дивизия яугирҙарының барыһы ла ысынбарлыҡҡа тап килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Легендар башҡорт генералына арнап халҡыбыҙ йыр ҙа ижад иткән:

Мауыҙҙы ла күле, ай ,Яҡтыкүл,

Таһир Кусимов тыуған ер бит ул,

Туғыҙ йәшлек булған етем бала,

Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул

Мауыҙҙы ла күле,ай,тәрән күл,

Таһир Кусимов йөҙгән күл бит ул

Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән

Таһир Кусимов хәрби ир бит ул

Сәнғәттә ,шулай уҡ ,”Кусимов маршы”бар Ҡадир Даян һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев музыкаһы

Беҙ үҙебеҙ ҙә Мәхмүт Һибәт һүҙҙәре А.Хәлфетдинов ижад иткән «Генерал Кусимов»йырын өйрәнәбеҙ.

Офоҡтарҙа алтын таңдар атты,

Йөрәккә күсте сатҡылары

Дошман ябырылғас яуға сапты,

Йәшендәй башҡорт атлылары.

Һай ,генерал Кусимов Таһир

Ҡуш йөрәкле яугир командир

Сая ирҙәрҙән дә саяраҡ ир

Үҫтергән бит уны Урал ил.

Батырыбыҙ тураһында тағы ла сәнғәт әҫәрҙәре тыуыр тип ышанам. Батырыбыҙҙы гимназистар күңелендә мәңге һаҡланыр.

                                     8б класс уҡыусыһы Баймырҙина Нәркәс

 

Просмотров: 1390 | Добавил: gimn | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Наши контакты
Республика Башкортостан
453620, Абзелиловский район
с.Аскарово, ул.Пионерская,21



+7 34772-2-24-47 +7 34772-2-23-30 abroo06@yandex.ru
Как проехать