Главная » 2018 » Март » 20 » «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!»
12:04
«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!»

«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!»

Яҙҙың тәүге байрамы уңайы гимназиябыҙҙың мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә ошондай матур девиз аҫтында “Гүзәлкәй” бәйгеһе уҙҙы.

Бәйгелә “ Ҡояшҡай” һәм “Йәйғорҡай” төркөмдәренән ун кескәй гүзәлкәй ҡатнашты.Улар үҙҙәре менән таныштырыу,дефиле,спорт һәм ижади конкурстарҙа һынау тотто.Бәйгенең төп маҡсаты- кескәйҙәрҙең ижади һәләтен асыу,туған теленә һөйөү тәрбиәләү ине. Кескәй гүзәлкәйҙәр һынатманы,һәр конкурсты лайыҡлы үтте. Аллы –гөллө таҫмалы күлдәктәр,тәңкәле ҡашмауҙар кейеп алған ҡыҙҙарҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Уларҙы гимназия директоры Р.Н.Әхмәтов,әҙерлек төркөмө етәксеһе Г.Г.Кинйәбулатова,ата-әсәләр комитеты ағзаһы Г.Ә.Ҡаһарманова составындағы абруйлы жюри баһаланы.

Байрам уңайы үткән сарала әҙерлек төркөмөнөң барлыҡ тәрбиәләнеүселәре лә әүҙем ҡатнашты. Улар үҙҙәренең сығыштарын иң яҡын кешеләре-әсәләренә арнаны.

Һәр гүзәлкәй еңеүгә лайыҡ ине. Тик бәйге булғас,еңеүсеһе лә була. Гран-при - шәреҡ ҡыҙҙары бейеүен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Диана Мәхмүтоваға бирелде. Ғәлимова Лиана -“Наҙлы”, Гулиева Офелия - “ Гәлсәр тауышлы”, Бикмаева Элина - “Алсаҡ”, Иғдисамова Гөлиә - “Оҫта бейеүсе”, Иҫәнгилдина Азалия - “Һөйкөмлө”, Яңыбаева Гөлйөҙөм -  "Һәләтле”, Теләвҡолова Амина - "Дертле", Рыскильдина Иман -“Сая”, Кинйәбулатова Айзилә - “Иркә” номинациаларын бүлеште. Бәйге аҙағында кескәйҙәр ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр әҙерләгән матур бүләктәр алып ҡыуанды.

Иҫкәрмә! Гүзәлкәйҙәребеҙ Гулиева Офелия һәм Иғдисамова Гөлиә район “Гүзәлкәй-2018” бәйгеһенең һайлап алыу турын үтеп,өсөнсө турға ҡатнашыу хоҡуғын алды. Уларға уңыштар теләйбеҙ һәм конкурстың сайтына инеп “Интернет гүзәлкәйе” өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Просмотров: 477 | Добавил: gimn | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Наши контакты
Республика Башкортостан
453620, Абзелиловский район
с.Аскарово, ул.Пионерская,21



+7 34772-2-24-47 +7 34772-2-23-30 abroo06@yandex.ru
Как проехать