20:04 Төп бүләк – Илүзәгә! | |
«Йәншишмә» Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите биттәренән: «Йәншишмә» гәзитенең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһы быйыл да Әбйәлил тарафтарына юллана. Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның XI синыф уҡыусыһы Илүзә Мәхийәнова – төрлө яҡлап һәләтле ҡыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, гәзитебеҙ битендә уның төплө итеп яҙылған матур-матур хәбәрҙәре даими донъя күреп килде. Йәйгеһен үткәрелгән «Минең өс айым» конкурсында еңеүсе булды. «Бишле»ләргә генә уҡыған ҡыҙ район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Матур итеп скрипкала уйнай. Тәбиғәткә ғашиҡ ҡыҙ – үҙҙәрендәге «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы ағзаһы. Былтыр Йылайыр районында ойошторолған йәш экологтар һәм урмансылар слётында уларҙың командаһы еңеүсе булған. Ғөмүмән, уҙған йыл уның өсөн уңышлы килеп сыҡҡан. «Үҙ тауышың» конкурсында еңеүсе исемен яулап, «Артек»та ял итеү бәхете тәтегән. Бөтә ошо уңыштары өсөн ул – республика Башлығы стипендиаты ла. Беҙҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ! Яңы йылда яңы үрҙәр һиңә, Илүзә!
| |
|
Всего комментариев: 0 | |