Главная » 2017 » Октябрь » 9 » Уҡыусыларҙың телмәр үҙенсәлектәре
08:50
Уҡыусыларҙың телмәр үҙенсәлектәре

 

Уҡыусыларҙың телмәр үҙенсәлектәре

 

“Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул – туған тел. Туған тел – ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған тел дә һөйләшеп туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған тел дә йырлап беҙ ҡайғы таратабыҙ, күңел сафландырабыҙ”. – тип яҙа Мәрйәм Бураҡаева. Ысынлап та, туған тел дә һөйләшеү, аралашыу иң мөҡәддәс тойғоларыбыҙҙың береһе. Үҙ телендә  иркен һөйләшкән, аралашҡан кеше генә кәмһенмәй, бахырланмай үҫә. Ни мәғәнә балаң әллә нисә тел белеп тә үҙ телен һанға һуҡмаһа.

Ә беҙҙең Таһир Кусимов исемендәге гимназияның уҡыусылары таҙа, саф башҡорт телендә һөйләшәме, аралаша аламы икәнлеген белер өсөн аҙна буйы уҡыусыларҙың телмәренә иғтибар иттем. Телмәребеҙҙә күберәк рус теленән һүҙҙәр  һәм инглиз теленән һүҙҙәр ҡулланабыҙ. Шулай уҡ телебеҙгә бөтөнләй ят булған паразит һүҙҙәр ҙә һөйләргә иҫебеҙ китеп бармай.

Уҡыусыларҙың иң күп ҡулланылған һүҙҙәре: что смотришь, глаза испортишь, эй хай, хватит,  типа, короче, yes, можно выйти, жрать, хабать,  пожалуйста, о кей, прикинь, обалдеть, супер, класс, болтать, отстань, заткнись, потому что, может, тебя не спрашивали, че зырешь, директриса, сотик, музон, аська, хары уже, вот именно, чисто башҡортса, ивет, привет, пока, ужас. Ундай һүҙҙәрҙе һанап бөтөрөрлөк тә түгел.

Ә шулай һүҙҙәрҙе ҡулланғанса үҙебеҙҙең матур, әҙәпле, күркәм, тылсымлы һүҙҙәр юҡмы ни?

    Тел – аралашыу сараһы ғына түгел, ә үткән менән бөгөнгөнө тоташтырыусы, быуаттарҙы бәйләүсе “күпер”. Тап тел арҡылы халҡыбыҙҙың рухи мираҫы хәҙерге көндәргә тиклем килеп еткән, беҙ боронғо ҡомартҡылар аша илебеҙҙең үткәнен, тарихын күҙҙаллай алабыҙ. Тик был “күпер” бөгөнгө менән киләсәкте ныҡлы бәйләһен ине.

    Күҙәтеүҙәрем буйынса ҙур кластарҙа, түбәнгеләргә ҡарағанда паразит һүҙҙәрҙе ҡулланыу йышыраҡ күҙәтелә. Минең фекеремсә башланғыс синыфтарҙа паразит һүҙҙәр ҡулланыу 15-20%, 5-се, 6-сы кластарҙа 20-40%, 7-8- се кластарҙа 40-60% булһа, 9-10- сы кластарҙа инде 95% тәшкил итә.

Йәштәрҙән тыш ололарҙың да телмәрендә паразит һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Шуға күрә мин ҡыҙҙар менән егеттәрҙән тыш ололарҙан һәм бәләкәстәрҙән интервью алырға булдым.

Әсә теле – бишек йыры, әсәләрҙең үҙ балаларын күкрәгенә ҡыҫып яратыу, һөйөү, наҙлау теле; өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр, риүәйәттәр теле; бәйеттәр, ҡобайырҙар һәм героик эпостар теле; олатайҙар хикәйәләгән сал тарих, сәсәндәр ижад иткән мәҙхиәләр теле, кейәүгә оҙатылған йәш ҡыҙҙарҙың сеңләүе.

Әсә теле – тыуған яғыңдағы сылтырап аҡҡан шишмәләр, яҙ көндәрен шашып һайрашҡан ҡоштар моңо. Әсә теленең мәртәбәһен һүҙгә маһир әсәләр күтәрә. Милләтебеҙгә һөйөү уятыу, үҙ телендә иркен һөйләшергә, башҡортса уҡырға, яҙырға өйрәтеү былар барыһы ла ата - әсәйҙәрҙең бурысы. Ата - әсәй өйрәтмәһә кем өйрәтһен һуң балаларына? Күп үҫеп еткән балалар ата-әсәләренә үпкә белдерәләр, башҡортса һөйләшергә теләһәләр ҙә килеп сыҡмай. Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙҙәренең телен һаҡлап ҡала, сөнки иленән ситтә йәшәгәндәр ил, тел ҡәҙерен нығыраҡ белә, ә беҙҙең күптәребеҙ быны аңламай.

8б класс уҡыусыһы Баймырҙина Нәркәс

 

Просмотров: 679 | Добавил: gimn | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Наши контакты
Республика Башкортостан
453620, Абзелиловский район
с.Аскарово, ул.Пионерская,21



+7 34772-2-24-47 +7 34772-2-23-30 abroo06@yandex.ru
Как проехать