Главная » 2019 » Октябрь » 9 » Велокросс
17:23
Велокросс

Республикабыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә шаулап-гөрләп 100 йыллыҡҡа арналған мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһының 4а һәм 4б башланғыс уҡыусылары ла был иҫтәлекле датаны үҙенсәлекле билдәләне. Улар класс етәкселәре Нүриҙә Рәйес ҡыҙы Хисматова һәм Филүзә Әлхәм ҡыҙы Гиниятова менән берлектә велокросс үткәрҙеләр. Көҙ миҙгеленең матур көнөндә “тимер арғымаҡтарға” атланып кросс үтеүе уҡыусыларға бик оҡшаны. Тәбиғәт ҡосағында сәй эсеп, күңелле уйындар уйнап алғас, класс етәкселәренә һәм ярҙам иткән ата-әсәләргә рәхмәт әйтеп, уҡыусылар өйҙәренә таралыштылар.

Просмотров: 300 | Добавил: gimn | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Наши контакты
Республика Башкортостан
453620, Абзелиловский район
с.Аскарово, ул.Пионерская,21



+7 34772-2-24-47 +7 34772-2-23-30 abroo06@yandex.ru
Как проехать