Главная » 2018 » Сентябрь » 25 » Айһылыу Йәғәфәрова!
13:39
Айһылыу Йәғәфәрова!

Айһылыу Йәғәфәрова!Беҙҙең районда кемгә генә таныш түгел икән был исем!Районыбыҙ ғорурлығы, туған телде, тыуған төйәкте, милләтебеҙҙе үҫтереүсе, кескәйҙәрҙе серле әҙәбиәт иленә әйҙәүсе оло тәрбиәсе, рухлы, илһамлы Ижадсы ла ул. Бөтә ғүмерен балаларға бағышлаған әҙибә 70 йәшлек юбилейын матур уңыштар менән ҡаршылай. Бөгөн ул бөтәһе 20 – нән ашыу китап авторы. Шул айҡанлы район китапханаларында төрлө саралар үтә. Үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Дәүләткирәйева Л.А. Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 11 Б синыф уҡыусыларына “Балаларға һөйөү менән” исемле әҙәби экскурс үткәреп, әҙибәнең тормошо һәм ижады менән яҡындан таныштырҙы. Абушахманова Д.Ш. яҙыусының төрлө йылдарҙа нәшер ителгән китаптарын тәҡдим итте, тәржемә өлкәһендәге хеҙмәте менән таныштырҙы. Укыусылар яҙыусының китаптарынан өҙөктәр уҡыны, Лиана Сафиуллинаның сыгышын бик йылы ҡабул иттеләр. Әҙәби экскурс бик йәнле үтте, уҡыусыларҙа яҡшы тәҫъораттар ҡалдырҙы.

Просмотров: 658 | Добавил: gimn | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Наши контакты
Республика Башкортостан
453620, Абзелиловский район
с.Аскарово, ул.Пионерская,21



+7 34772-2-24-47 +7 34772-2-23-30 abroo06@yandex.ru
Как проехать