Белем көнөнә арналған тантаналы линейка Таһир Кусимов исемендәге гимназияла шаулап-гөрләп уҙҙы. Мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе гимназия директоры Р. Н. Әхмәтов тәбрикләне.
— 1 сентябрь — уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иҫтәлекле көн, күңелдә иң яҡты тойғолар уятыусы матур байрам. Яңы уҡыу йылы сағыу ваҡиға-ларға бай булһын, ижади бейеклектәр яуланһын. Барығыҙға ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйем, — тине Рәмил Нурислам улы. — Быйылғы уҡыу йылында 151 бала беренсе класҡа килде, тәү тапҡыр парта артына ултырасаҡ ҡыҙҙар-малайҙарға мәктәп тормошо ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыр тип ышанам.
Ап-аҡ банттар, алъяпҡыстар таҡҡан, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан беренселәр тулҡынлана-тулҡынлана шиғыр һөйләне, флешмоб күрһәтте. Алты класҡа тупланған уҡыусылар гимназияның көслө, тәжрибәле педагогтары ҡулында уҡырға-яҙырға өйрәнә
...
Читать дальше »