Главная » 2018 » Сентябрь » 7 » Белем көнө!
08:21
Белем көнө!

 

Белем көнөнә арналған тантаналы линейка Таһир Кусимов исемендәге гимназияла шаулап-гөрләп уҙҙы. Мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе гимназия директоры Р. Н. Әхмәтов тәбрикләне. 
— 1 сентябрь — уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иҫтәлекле көн, күңелдә иң яҡты тойғолар уятыусы матур байрам. Яңы уҡыу йылы сағыу ваҡиға-ларға бай булһын, ижади бейеклектәр яуланһын. Барығыҙға ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйем, — тине Рәмил Нурислам улы. — Быйылғы уҡыу йылында 151 бала беренсе класҡа килде, тәү тапҡыр парта артына ултырасаҡ ҡыҙҙар-малайҙарға мәктәп тормошо ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыр тип ышанам. 
Ап-аҡ банттар, алъяпҡыстар таҡҡан, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан беренселәр тулҡынлана-тулҡынлана шиғыр һөйләне, флешмоб күрһәтте. Алты класҡа тупланған уҡыусылар гимназияның көслө, тәжрибәле педагогтары ҡулында уҡырға-яҙырға өйрәнәсәк. Ун беренсе кластар бәләкәй дуҫтарына китап-дәфтәрҙәр бүләк итте. 
Гимназистарҙы яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан ҡотлау өсөн Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Д. И. Харрасов килгәйне. Дамир Иштимер улы уҡытыусыларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, түҙемлек, уҡыусыларға белемгә ынтылыш, ата-әсәләрен яҡшы билдәләр менән ҡыуандырыуҙарын теләне. 
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Л. М. Усманов та изге те-ләктәр еткерҙе. Гимназия уҡыусыларының уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла еңеүҙәре күп булыуын билдәләп, Ласын Марат улы 20 пар спорт кейеме бүләк итте. 
Тәүге ҡыңғырау биреү хоҡуғы 11-се класс уҡыусыһы Ғәзиз Вәлиев менән 1-се класс уҡыусыһы Риана Мамлееваға бирелде. Еҙ ҡыңғырау сыңы уҡыусыларға белем донъяһына, өр-яңы асыштарға әйҙәне.

Просмотров: 569 | Добавил: gimn | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Наши контакты
Республика Башкортостан
453620, Абзелиловский район
с.Аскарово, ул.Пионерская,21



+7 34772-2-24-47 +7 34772-2-23-30 abroo06@yandex.ru
Как проехать