Балалар ижады йортонда «Йыл уҡыусыһы-2018» район конкурсы уҙҙы. Унда райондың 19 мәктәбенән уҡыусылар ҡатнашып,
үҙҙәренең белемдәрен, һәләттәрен күрһәтте. Конкурс ике этаптан торҙо: тәүгеһендә уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге конкурс-олимпиадаларҙағы еңеүҙәре, ғилми-эҙләнеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре баһаланды. 2016 – 2017 йылдар эсендә муниципаль, төбәк, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ижади бәйгеләрҙә урын яулаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм, әлбиттә, яҡшы өлгәшкән уҡыусылар арта-банғы этапҡа үтте.
Тәүге һынауҙа бәйгеселәр «Ерҙә ҡалһын һинең эҙең...» темаһына ижади презентация күрһәтте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар сығыш өсөн бирелгән өс минут эсендә үҙҙәре менән таныштырырға, яратҡан шөғөлдәре хаҡында һөйләргә тейеш ине. Конкурсанттар һөйләү генә түгел, театрлаштырылған тамаша ҡуйырға, йырларға-бейергә өлгөрҙө, хатта хыял-маҡсаттары менән уртаҡлашып, үҙҙәре артынан ниндәй эҙ ҡалдырасаҡтары тураһында бәйән итте. Табип, уҡытыусы, ғалим, юрист булырға хыялланған уҡыусылар үҙ маҡсатына өлгәшер, моғайын. Сөнки улар барыһы ла тик яҡшы билдәләргә уҡый, спортта ла алдынғы, һәр төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.
Тәүге һынауҙа ҡатнашҡан 16 уҡыусының 11-е икенсе турға үтте. Интеллектуаль һынауҙа бәйгеселәр үҙҙәренең төплө белемдәрен, отҡорлоҡтарын күрһәтте. Тыуған яҡ тарихы, ер-һыу, райондың шәхестәренә ҡағылышлы викторина һорауҙарына күптәр дөрөҫ яуап ҡайтарҙы.
«Әбйәлил — тыуған яғым» проектын яҡлау конкурстың иң ҡыҙыҡлы өлөшө булды. Бәйгеселәр теманы тулы кимәлдә асырға, проекттың әһәмиәтен билдәләп, уны тормошҡа ашырыу мөһимлеген иҫбат итергә тейеш булды. Был һынау мәктәп уҡыусыларының креатив идеялар менән яныуҙарын, төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙең үҙенсәлекле ысулдарын уйлап табыуҙарын күрһәтте. Мәҫәлән, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Иҙел Хәкимовтың проект эше районда этнотуризмды үҫтереүгә арналды. Әбйәлилгә туристарҙы йәлеп итеү маҡсатында халҡыбыҙҙың йолаларын, көнкүреш-мәҙәниәтен сағылдырған туҡталыш урындары булдырыу хаҡында фекерен Иҙел эҙмә-эҙлекле итеп еткерә алды. Райондың курорт төбәгендә, Ташбулатта тирмә-ләрҙән этноауыл төҙөү: башҡорт халҡының боронғоһон, кәсептәрен күрергә, милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә, теләгәндәр үҙҙәре әҙерләп ҡараясаҡ. Артабан туристар Ҡарабалыҡлы, Суртанды, Атауҙы, Мауыҙҙы, Мулдаҡ күлдәре менән танышасаҡ. Өлтөк ҡарағас, Ҡараташ кеүек матур урындарҙы күрһәтеү ҙә ял итеүселәр хәтерендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ. Буранғол ауылында кейеҙ йортонда йөндән яһалған сувенирҙар алырға, хатта кейеҙ баҫып ҡарарға мөмкин буласаҡ. Михайловка мәктәбенән Никита Машков ер йөҙөн сүп-сар баҫып барыуы хаҡында әсенеп һөйләне һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйып, уларҙы ҡабаттан эшкәртеү мөмкин булыуы хаҡында еткерҙе. Был йәһәттән алға киткән илдәрҙе миҫалға килтереп, беҙҙә лә ошолай эшләргә мөмкинлеген аңлатты. Дәүләттән Азим Пулатов та проектын тәбиғәтте бысратыусы сүплектәрҙән арыныуға бағышланы. Красная Башкириянан Ләйсән Шаһивәлиева ҡала халҡы күпләп ял итергә яратҡан күл-йылға буйҙарын уларҙың һәм беҙҙең ирекмәндәр ярҙамында таҙа тотоу мөмкин булыр ине тигән ниәтен еткерҙе. Рәхмәттән Ынйы Мансурова беҙҙең районда һирәк осраусы үҫемлектәр һәм йәнлектәр менән таныштырҙы һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булғандарҙы Ҡыҙыл китапҡа индерергә саҡырҙы.
Иң һуңғы һынауҙа конкурсанттар үҙҙәренең уңыш сере менән уртаҡлашты.
«Йыл уҡыусыһы-2018» исеменә Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Иҙел Хәкимов (һүрәттә) лайыҡ булды. Конкурстың призерҙары — икенсе урын яулаусы Никита Машков (Михайловка), Азим Пулатов (Дәүләт), Юнир Ғәтиәтуллин (Гусев), Дияз Йәғәфәров (Сиҙәм) һәм өсөнсө урында билдәләнеүсе Ләйсән Шаһивәлиева (Красная Башкирия), Юлия Афоничева (Күсем руднигы), Руслана Хөшшәмова (Ташбулат) грамоталар менән бүләкләнде. «Портфолио» номинацияһында Әбделмәмбәт мәктәбенән Эльвира Насирова еңеүсе тип танылды. Ынйы Мансурова (Рәхмәт), Ләйсән Моратова (Буранғол), Лилиә Борисова (Йәнгел) икенсе һәм Әлиә Өмөтҡужина (Амангилде), Зарема Хамматова (Салауат), Вәлиә Йәнтурина (Ҡаҙмаш), Нәйлә Вәлиева (Ишҡол) өсөнсө урын алды.
Д. Сафиуллина |