Балалар ижады йортонда «Йыл уҡыусыһы-2018» район конкурсы уҙҙы. Унда райондың 19 мәктәбенән уҡыусылар ҡатнашып,
үҙҙәренең белемдәрен, һәләттәрен күрһәтте. Конкурс ике этаптан торҙо: тәүгеһендә уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге конкурс-олимпиадаларҙағы еңеүҙәре, ғилми-эҙләнеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре баһаланды. 2016 – 2017 йылдар эсендә муниципаль, төбәк, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ижади бәйгеләрҙә урын яулаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм, әлбиттә, яҡшы өлгәшкән уҡыусылар арта-банғы этапҡа үтте.
Тәүге һынауҙа бәйгеселәр «Ерҙә ҡалһын һинең эҙең...» темаһына ижади презентация күрһәтте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар сығыш өсөн бирелгән өс минут эсендә үҙҙәре менән таныштырырға, яратҡан шөғөлдәре хаҡында һөйләргә тейеш ине. Конкурсанттар һөйләү генә
...
Читать дальше »